+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 12:43

Мостай Кәримгә арналған интернет-конкурс дауам итә!

Иғтибар!????✉✉✉‼❗ ❤✒????????Арҙаҡлы башҡорт шағиры, яҙыусы hәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ИНТЕРНЕТ-КОНКУРС дауам итә. Мостай Кәримгә һәм уның ижадына арналған шиғырҙар, һүрәттәр, сәсмә әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ! Интернет-конкурс бишенсе сентябрҙән беренсе октябргә тиклем барасаҡ.

Бөйөк шағир.
Минең яратҡан шағирым-
Мостай олатай була.
Уның шиғырҙары беҙгә,
Ышаныс һәм көс бирә.
Мин дә бөйөк шағир кеүек,
Шиғырҙар яҙғым килә.
Илемдең һәр мөйөшөн
Нурлап биҙәгем килә.
Рәхмәт һүҙе.
Мостай Кәрим әҫәрҙәре
Күңелемде нурланы.
Кескәй генә йөрәгемде
Хыял менән байытты.
“Өс таған”ды уҡығас,
Изгелек сәскем килде,
Асыҡ йөҙлө геройға
Бик ныҡ оҡшағым килде.
Аҡ төҫтәгә шәп атында
Еләһем бик-бик килде.
Илдәге бар яҡшылыҡты
Уға һөйләгем килде.
Рәхмәттәрҙең иң ҙурын
Ысын йөрәктән әйтәм.
Һеҙҙең әйткән һүҙҙәргә
Һис тә мин тап төшөрмәм.
Данил САФИН,
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Мостай олатайға хат.
Һаумыһығыҙ, Мостай олатай Кәримов!
Һеҙгә бик күп сәләмдәр ебәреп Алтынай исемле ҡыҙ хат яҙа.
Мин алтынсы синыфта тырышып, уҡып йөрөйөм. Бигерәк тә әҙәбиәт дәрестәрен яратам. Әҙәби әҫәрҙәр минетылсым донъяһына алып керә. Күҙ алдыма төрлө геройҙар, ваҡиғалар, тылсым иле килеп баҫа. Хатта үҙемде әҫәр геройы итеп тә тоя башлайым. Мин бәләкәй саҡтан уҡ әкиәттәр, хикәйәләр менән танышмын. Улар минең ҙур байлығым. Ҡайһы берҙә мин, һеңлем һәм әсәйем ҡыҙыҡлы әкиәттәр, шиғырҙар, хикәйәләр уйлап табабыҙ. Шуларҙың иң күбе тәбиғәт темаһына бағышлана. Сөнки тәбиғәт менән кеше тығыҙ бәйләнгән. Тәбиғәт булмаһа, беҙ ҙә булмайбыҙ бит. Бына мин үҙемдең тыуған еремде ныҡ яратам, һәр көн тәбиғәттәге яңы үҙгәреште күреп шатланам. Өләсәйем миңә: “Һин-тәбиғәт балаһы, ҡыҙым,”-ти. Әйтелгән һүҙҙәргә аптырап ҡалам, башымда төрлө һорауҙар килеп тыуа. Яуапты һеҙҙең әҫәрҙән табам. Нисекме? Тыңлағыҙ, Мостай олатай, һеҙгә һөйләп үтәм.
Мин, Мостай олатай, һеҙҙең турала күп беләм, сөнки уҡытыусым һеҙҙең турала беҙгә күп нәмәләр һөйләй. Синыфыбыҙ менән йыр-моңдо, әҙәбиәтте, бигерәк тә, һеҙҙең ижадығыҙҙы яратабыҙ. Әйткәндәй, Мостай олатай, беҙ, алтынсы синыф уҡыусылары, һеҙ ижад иткән “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесын уҡып, сәхнәләштерергә әҙерләнәбеҙ. Мин автор ролен башҡарасаҡмын. Әҫәр барышында мин һеҙҙе күҙ алдына килтерәм. Сөнки Йәмилдең атаһы миңә һеҙҙең кеүек тойола. Ул да батыр була бит. Оксананы яу ҡырынан алып сыға ла ауылға хәбәр итә. Украина ҡыҙы Оксана Йәмилдең һеңлеһе булып китә. Икеһе лә тормоштоң бар серен, мөғжизәһен тиҙерәк белгеләре килә. Өләсәләре менән төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәләр. Емеш-еләк йыялар, шифалы үләндәрҙең серҙәренә төшөнәләр, “Батырша шишмәһенә”нән һыу эсәләр, йылғала һыу ҡойоналар. Тәбиғәттең һәр миҙгелен, һәр үҙгәрешен яратып, күҙәтәләр. Тәбиғәт серен улар шулай аса. Ысын тәбиғәт балаһы шулай булалыр. Мин ошолар тураһында уйланам да, ысынлап та, бөтөн кеше лә тәбиғәт балаһы бит, тип ҡуям.
Мостай олатай, һеҙҙең әҫәрегеҙ аша мин үҙемдең һорауҙарыма яуаптар табам, уйланам һәм һеҙҙең менән ныҡ ғорурланам. Бай йөкмәткеле әҫәрҙәрегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт әйфтәм. Тағы ла, Мостай олатай, һеҙ бик бәхетле кеше. Сөнки һеҙҙең ижадығыҙҙы һәр уҡыусы яратып уҡый. Халыҡ күңелендә исемегеҙ мәңге йәшәй һәм йәшәйәсәк!
Бик күп сәләмдәр менән һеҙҙе яратыусы барлыҡ уҡыусылар исеменән,
Алтынай ҠУНАФИНА,
Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Читайте нас: