+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 13:14

Һөнәр фестиваленә рәхим итегеҙ!

17-18 сентябрҙә Өфөнөң ВДНХ-Экспо сауҙа үҙәгендә "PROFфест" һөнәрҙәр фестивале уҙғарыла.

17-18 сентябрҙә Өфөнөң ВДНХ-Экспо сауҙа үҙәгендә "PROFфест" һөнәрҙәр фестивале уҙғарыла. Был сарала мәктәп уҡыусылары һәм талиптар Башҡортостандың сәнәғәт тармаҡтары һәм ундағы һөнәрҙәр менән танышасаҡ. Төрлө һөнәр эйәләренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреп, махсус тренажерҙарҙа үҙҙәрен ысын эшсе итеп һынап ҡарау мөмкинлеге лә була.
"PROFфест" фестивале барышында һәр теләгән кеше мастер-кластар, махсус профориентация тестын үтә ала. Тестың әһәмиәте шунда: ул кешенең холҡона, ҡыҙыҡһыныуҙарына нигеҙләнеп, киләсәктә уға ниндәй һөнәрҙәр тап килерен билдәләй. Тест һөҙөмтәһендә үҫмергә теләгән һөнәр алыу өсөн мәктәптә ниндәй фәндәрҙе төплө өйрәнергә, ҡайһыһынан БДИ тапшырырға, артабан ҡайҙа юғары белем алырға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт бирелә.

Фестиваль майҙансыҡтары бөгөн һәм иртәгә 10.00-дан 18.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.






Читайте нас: