+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2019, 03:12

Владимир Путин Сүрия буйынса саммитҡа Анкараға килде

Илебеҙ лидеры унда Сүриәләге хәлде яйға һалыу өсөн Рәсәй, Иран һәм Төркиә араһындағы өс яҡлы саммит эшендә ҡатнаша.

Илебеҙ лидеры унда Сүриәләге хәлде яйға һалыу өсөн Рәсәй, Иран һәм Төркиә араһындағы өс яҡлы саммит эшендә ҡатнаша.


Кремлдән алдан хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт башлыҡтары Илдибтағы һәм САР-ҙың төньяҡ-көнсығышындағы ваҡиғаларға үҙ баһаһын бирәсәк.


Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков, осрашыуҙа Saudi Aramco предприятиеларына атакалар темаһы ла ҡуҙғылытасаҡ тип әйтә бирҙе.


Анкаралағы был һөйләшеүҙәр Астана процессы гаранттары илдәре башлыҡтарының бишенсе осрашыуы буласаҡ.

Фото: РИА Новости




Читайте нас: