+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2019, 10:50

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы балаларға вейптар һатыуҙы тыйған закон ҡабул итергә йыйына

Артабан уны файҙаланыуҙың ыңғай яҡтары күҙәтелһә, республика тәжрибәһен федераль кимәлгә сығарырға уйлайҙар.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы киләһе аҙнала балаларға тәмәкеһеҙ тартыу ҡатнашмалары, таштар, сироптар һәм уларҙың аналогтарын, шулай уҡ уларҙы ҡулланыу яйланмаларын — кальяндар, вейптар, электрон парға әйләндереүселәр һатыуҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итергә ниәтләй.
Закон проекты Бөтә донъя тәмәкегә ҡаршы көрәш буйынса һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы конвенцияһы положениеларына һәм балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлешенә тулыһынса тура килә, тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.
Артабан уны файҙаланыуҙың ыңғай яҡтары күҙәтелһә, республика тәжрибәһен федераль кимәлгә сығарырға уйлайҙар.
«Өлкәндәр, ғәҙәттә, һаулыҡҡа артыҡ зыяны булмаһын өсөн электрон тәмәке тарта. Балаларға килгәндә, беҙ кире күренеште күҙәтәбеҙ — электрон тәмәкеләр һәм башҡа яйланмалар ярҙамында улар, ҡағиҙә булараҡ, тәмәке тартырға өйрәнә», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Читайте нас: