+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2019, 16:48

"Китап" нәшриәте балаларҙы тағы дүрт китап менән һөйөндә

Кисә баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтененең балалар өсөн сығарылған китаптары презентацияһы булып үтте.

Кисә баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтененең балалар өсөн сығарылған китаптары презентацияһы булып үтте.


Балалар менән осрашыуға «Китап» нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәли улы Йәндәүләтов, фольклорсы ғалимә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина, яҙыусы һәм тәржемәсе Айҙар Хөсәйенов, рәссам Салауат Марат улы Ғиләжетдинов, “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррир урынбаҫары Олия Әнәс ҡыҙы Ғиләжетдинова, балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина, мөхәррире Римма Марат ҡыҙы Зәйтүнова килгәйне.


Ҡунаҡтар уҡыусыларҙы мәшһүр эпосыбыҙ "Урал батыр"ҙың сәсмә формаһы һәм "Әкиәттәр иленә сәйәхәт" китаптарының башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге баҫмалары менән таныштырҙы, уларҙың эстәлеге, фәһемлегеге тураһында бәйән итте. Әкиәттәр йыйынтығына йәмғеһе 30 халыҡ әкиәте һыйған һәм әлеге ваҡытта уның инглиз телендәге варианты әҙерләнә икән. Был китаптар Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналғайны.


- Донъяла өс мөғжизә бар: тәгәрмәс, икмәк һәм китап. Тәгәрмәс кешене барып етә алмаҫ ергә еткерә, икмәк көс-ғәйрәт бирә, ә китап иһә кеше аңын белем менән һуғара. Ҡасандыр телдән-телгә күсеп килгән "Урал батыр" эпосының бөгөн бер нисә телдә ҡағыҙ китапта сығарылыуы ҙур мәртәбә. Эпос ул - ҡатлы-ҡатлы, уҡыған һайын яңы мәғәнәһе асыла, - ти Фәнүзә Айытбай ҡыҙы.


Залда ултырыусы кескәйҙәр ололарҙың һәр һүҙен иғтибар менән тыңланы, һәр сығыш яһаусыға күптин-күп һорауҙар ҙа яуҙырҙы. Иң ҡыҙыҡлы һорау биреүсе "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан китап менән бүләкләнде.


Осрашыу аҙағында гимназия йондоҙҙары, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" төбәк-ара әкиәт һөйләүселәр конкурсы еңеүселәре - 4-се "А" синыфы уҡыусылары "Ҡарасай менән Һарысай" әкиәтен сәхнәләштерҙе.
Читайте нас: