Беҙҙең республика шундай ҙур. Бер яғында ҡояш балҡыһа икенсе ерендә бөтөнләй икенсе һауа шарттары. Өфөлә ҡойоп ямғыр, ә Урал аръяғы райондарында ҡар яуҙы.
Ә синоптиктар фаразына килгәндә Башҡортостанға һалҡын төндәр килә. 22 – 24 сентябрҙә һауа температураһының 0, -3 градусҡаса түбәнәйеүе, тупраҡҡа ҡырау төшөүе көтөлә.
Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән алынды.