Башҡортостандың Благовещен ҡалаһында йәшәгән Вәлиев-Вервельскийҙар ғаиләһендә — үҙҙәренең өс балаһы, икәүһе балалыҡҡа һәм 16-һы тәрбиәгә алынған. Ирина Александровна һәм Вәхит Рәүил улы балалары менән бергә «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» конкурсы призерҙары булды. Улар «Ғаилә эше» номинацияһында награда алды.
«Беҙ балаларҙың бөтәһенә бер тигеҙ ҡарайбыҙ, — ти Ирина Вервельская. — Ата-әсә улар хаҡында хәстәрлек күрһә, яратһа, аңлаһа һәм тормош ауырлыҡтарын кисермәһен өсөн барыһын да эшләһә, балалар бәхетле була. Балаларҙың һөйөүен, иғтибарын һәм күңел йылылығын тойған ата-әсә икеләтә бәхетле».