+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 14:34

Урыҫ теленән йомғаҡлау иншаһының темалары билдәле булды

2019-2020 уҡыу йылында сығарылыш синыф уҡыусылары урыҫ теленән йомғаҡлау иншаһын биш йүнәлештә яҙасаҡ.

2019-2020 уҡыу йылында сығарылыш синыф уҡыусылары урыҫ теленән йомғаҡлау иншаһын биш йүнәлештә яҙасаҡ: "Һуғыш һәм солох" (әҫәрҙең 150 йыллығына арнала), "Өмөт һәм өмөтһөҙлөк", "Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ", "Ғорурлыҡ һәм буйһоноусанлыҡ", "Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет".
Төбәктәрҙә йомғаҡлау иншаһының тема комплекттары .имтихан башланыуға 15 минут ҡалғас ҡына билдәле буласаҡ.
Йомғаҡлау иншаһын яҙыу БДИ-ға инеү өсөн кәрәк. Быйыл сығарылыш синыф уҡыусылары уны 4 декабрҙә яҙасаҡ. Кемдәр инша яҙыуға бармай ҡала, йәки "незачет" ала икән, улар өҫтәмә көндәрҙә - киләһе йылдың 5 апрелендә һәм 6 майында яҙа ала.
Читайте нас: