-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2019, 01:25

Радий Хәбиров: кино ҡарап, илап, күңелдәрҙе бушатып ҡайтығыҙ

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына "Һеңлекәш" фильмын ҡарарға тәҡдим итте.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына "Һеңлекәш" фильмын ҡарарға тәҡдим итте.

Ул үҙе киноны "Башҡортостан" дәүләт концерт залында 22 сентябрҙә ҡараған. Һәм бик оҡшатҡан!
_ "Һеңлекәш"кә барығыҙ, күңелдәрегеҙҙе паҡландырып ҡайтығыҙ. Бик һәйбәт фильм, ысынлап та бик яҡшы, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Радий Фәрит улы. - Киноны уҡыусыларға ла күрһәтергә кәрәк. Әлегә кинотеатрҙарҙа түләүле күрһәтелә, әммә ваҡытты һуҙырға кәрәкмәй, фильм беҙҙең республика тураһында, үҙебеҙ тураһында бит! Күптән Башҡортостан тураһында бындай матур итеп төшөрөлгәне юҡ ине. Уҡыусыларҙы етәкләп кинотеатрға алып барырға кәрәк. Кино ҡарап, илап-көлөп ҡайтһындар.
"Һеңлекәш" фильмы Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән. Кинокартина 19 сентябрҙә экранға сығарылды.


Читайте нас: