+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 14:02

“Аҫылташ”тың мәғариф программаһы

Баймаҡтың “Аҫылташ” командаһы мәғариф программаһы менән сығыш яһаны.

21 сентябрь көнө Баймаҡ районының 1-се Этҡол мәктәбендә “Аҫылташ” командаһы үҙҙәренең мәғариф программаһы менән сығыш яһаны. Бында ауылдашыбыҙ, мәктәбебеҙҙең сығарылыш уҡыусыһы, “Ямаш” проектын төҙөүсе Байрас ағай Азаматов юғары синыф уҡыусыларына проекттар төҙөү серҙәрен өйрәтте. Ауыл йәштәрен хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы, яңы идеялар көтөп ҡалыуын белдерҙе. Командаларға бүленеп ярышҡан 9-11-се синыф уҡыусылары сарала бик әүҙем ҡатнашты, экология, туған тел, башҡорт йәштәре мәҙәниәте кеүек проблемаларҙы күтәреп сыҡтылар һәм уларҙан сығыу юлдарын эҙләнеләр. Алдынғы ҡарашлы ағай һәм апайҙар шулай уҡ сәләмәт тормош менән йәшәүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә үткәрҙе, йәнһүрәт күрһәтте, баш ҡалабыҙҙағы юғары уҡыу йорттары, төрлө һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Был осрашыуҙан мәктәп уҡыусылар бик ҡәнәғәт ҡалды, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләне.
Ләйсән МӘХМҮТОВА,Баймаҡ районы 1-се Этҡол мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы.
Читайте нас: