+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 20:04

Балалар Мырҙабай менән танышты

Ҡаймаҡ ҡына ялап үҫтергән ҡорһағын кәпәйтеп, һыланып, һыйпанып мырылдап килеп сыҡты Мырҙабай ҡушаматлы бесәй.

Ҡаймаҡ ҡына ялап үҫтергән ҡорһағын кәпәйтеп, һыланып, һыйпанып мырылдап килеп сыҡты Мырҙабай ҡушаматлы бесәй. Шаянлыҡтарына хужа була белмәгән ике сысҡанбикә кеткелдәп көлә-көлә Мырҙабайҙы күҙәтте. Эй, бигерәк ярата шул ҡаймаҡты! Ә кем яратмай икән?! Ләкин шул үтә лә артыҡ яратыуы арҡаһында (уның өсөн генә лә түгел!) “Р” хәрефенән мәхрүм булып ҡуя... “Мин матуй Мыйҙабай, мин батый Мыйҙабай”, тип һаҡау теле менән йырлап, көлкөгә ҡалыр әле. Шунан тағы... Барыһын һөйләп бөтһәм, ҡыҙығы юғалыр.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Зөһрә Фәйзуллинаның ““Р”-һыҙ ҡалған Мырҙабай” әкиәте премьераһы булып үтте бөгөн. Зал тулы тамашасы ултырып түҙһәсе – тәгәрәп көлөүселәр ҙә табылды. Тамаша һуңында артистар менән фотоға төшөү, фекер алышыу ҙа күңелле генә һөйләшеүгә әйләнде. Ни тиһәң дә балаларҙан да етди тәнҡитсе юҡ, тиҙәр бит. Артистар юҡҡа борсолған – балалар тамашаны оҡшатты! Хатта театрҙан сығып киткәнсе кемдер бесәй булып һаҡау һөйләште, кемдер кәзә, һарыҡ булып һөҙөштө, өсөнсөләре әтәсте эләкләне. Әммә бөтәһе лә әкиәттең тәрбиәүи мәғәнәһен аңлап ҡайтты: тормошта насарлыҡты һәр ваҡыт яҡшылыҡ еңә.

Рәзилә Ырыҫҡужина.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: