-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 13:31

Башҡортостан мәктәптәрендә "Үҫеш нөктәләре" асылды

24 сентябрҙә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә 2049 "Үҫеш нөктәһе" Һанлы һәм гуманитар профилле үҙәктәре асылды. Балалар быйылдан D-принтерҙар, VR-шлемдар менән эш итергә өйрәнәсәк.

24 сентябрҙә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә 2049 "Үҫеш нөктәһе" Һанлы һәм гуманитар профилле үҙәктәре асылды.
"Үҫеш нөктәһе" - ауыл һәм бәләкәй ҡала мәктәптәре базаһында булдырылған махсус уҡытыу үҙәктәре. Унда балаларҙы һанлы, тәбиғи-фәнни һәм гуманитар профилдәр буйынса уҡыталар. "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты сиктәрендә эшләй.
Башҡортостан "Үҫеш нөктәһе" майҙансыҡтары буйынса Рәсәй субъекттары араһында өсөнсө урында килә - бөтәһе 133 үҙәк асылды. Федераль бюджеттан бының өсөн 3 миллиардтан ашыу, ә республикаға махсус матди-техник база булдырыу өсөн 208,5 миллион һум аҡса бүленгән. Мәктәптәргә күп функциялы ҡорамалдар, ноутбуктар, мобилле интеактив комплекстар, 3D-принтерҙар, VR-шлемдар, аккумуляторлы дрелдәр, елем пистолеттары, электрлы лобзиктар, манекендар, тәүге ярҙам күрһәтеү комплекттары һәм башҡа ҡорамалдар һатып алынды. Улар информатика, технология һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәндәре буйынса ҡулланыласаҡ.
Видеола - Баймаҡ районының Йомаш ауылында "Үҫеш нөктәһе"н асыу тантанаһы.
Читайте нас в