+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 14:03

“Система Fest” социаль-мәҙәни хәйриә фестивале: балаларға бушлай күргәҙмәләр, мастер-кластар һәм башҡа мәҙәни саралар

Башҡортостанда быйыл беренсе тапҡыр киң күләмле “Система Fest” социаль-мәҙәни хәйриә фестивале үтәсәк. Ул республиканың биш ҡалаһында – Өфө, Ишембай, Бөрө, Мәләүез һәм Благовещенда уҙғарыла.

Башҡортостанда быйыл беренсе тапҡыр киң күләмле “Система Fest” социаль-мәҙәни хәйриә фестивале үтәсәк. Ул республиканың биш ҡалаһында – Өфө, Ишембай, Бөрө, Мәләүез һәм Благовещенда 29 сентябрҙән 10 октябренә тиклем уҙғарыла.Ойоштороусылар халыҡты ҡыҙыҡлы һәм бай мәҙәни-белем биреү программаһы менән таң ҡалдымңрмаҡсы.


Был турала сараны ойоштороусылар матбуғат конференцияһында һөйләне. “Система Fest” фестивале 29 сентябрҙә баш ҡалала “Мәҙәни ял” Бөтә Рәсәй акцияһынан башлана. М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы был көндө һәр теләгән кешене көн дауамында бушлай ҡабул итәсәк. Музейҙың тематик күргәҙмәләрен һәм экспозицияларын ҡарарға, интерактив программала ҡатнашып, оҫталыҡ кластарҙа һәм лекцияларҙа була алаһығыҙ.


– Программа бик бай, беҙгә уның Өфөнән тыш башҡа ҡалаларға ла барыуы шатландыра. Унда ҡатнашҡан педагогтар һәм балалар кинәнес, тәжрибә һәм белем аласаҡ, белгестәр менән аралашасаҡ. Программала ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре лә бар, мәҫәлән, “Лиза Алерт” эҙләүселәр отряды менән берлектә ойошторолғаны, – тине республиканың мәғариф министры урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева.


Балалар өсөн тематик квестар, лекциялар, уйын майҙандары, үҫтереүсе өҫтәл уйындары әҙерләнгән. Шулай уҡ мобиль планетарий киләсәк. Унда балалар йондоҙҙар һәм планеталар тураһында ғилми-популяр фильмдар ҡарай аласаҡ, видеосәйәхәттәр ҡыласаҡ. Мобиль әкиәттәр театры ла ҡыҙыҡлы тамашалар әҙерләгән.


Был фестивалде “Система” хәйриә фонды Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы һәм “Башҡортостан электр селтәре компанияһы” менән берлектә үткәрә. Балалар социаль һәм белем биреү учреждениеларына “Система” фонды өс миллиондан ашыу һумлыҡ хәйриә ярҙамы күрһәтәсәк.


Программа тураһында тулыраҡ http://bf.sistema.ru/about/news/blagotvoritelnyy-festival-sistema-fest-vpervye-proydet-v-respublike-... һылтанмаһы буйынса уҡығыҙ.
Читайте нас: