Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 июнендә Себер даруғаһы Шайтан-Көҙөй улусының Тәкәй ауылында тыуған. Юлай Аҙналиндың улы, 1771-72 йылдарҙа уҡ Шайтан-Көҙөй улусы старшинаһы вазифаһын башҡара, 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалға ҡушыла һәм 1773-75 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачев яғында ҡатнаша, уның иң яҡын көрәштәшенә әйләнә.
1773 йылдың ноябрь-декабрендә Салауат Юлаев Ырымбур эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша, 1774 йылдың ғинуар-мартында Пермь провинцияһында һәм Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшөндә ихтилал етәкселәренең береһе була. Дүрт меңдән ашыу кешенән торған ғәскәргә етәкселек итә; уның отряды 1774 йылдың 12 ғинуарында Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 18-25 ғинуарҙа Көңгөр ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша, 19 февралдә — Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә, март башында — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы эргәһендә, 14 һәм 17 мартта Себер даруғаһы Сызгин улусының Боғалыш ауылы (хәҙерге Свердловск өлкәһе) янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.
Апрель — майҙа Салауат Юлаев Өфө провинцияһы халҡын Баш ихтилалсылар ғәскәренә туплау менән шөғөлләнә, уны аҡса, аҙыҡ-түлек һәм ҡоралдар менән тәьмин итә. Май башында Салауат Юлаевтың отряды Үрге Эҫем заводы эргәһендә Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡа инә…
Шул уҡ йылдың июнендә Емельян Пугачев Салауат Юлаевты бригадир итеп үрләтә. Июлдән ноябргә тиклем Салауат хәҙерге Башҡортостан территорияһында ихтилалсылар хәрәкәтенә етәкселек итә. Өфөнө яулап алырға маташа, Ҡатау-Ивановск заводын ҡамауға ала. Баш ихтилалсылар ғәскәрен еңгәндән һәм Пугачевты ҡулға алғандан һуң да көрәшеүен дауам итә. Уның отрядының хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуңғы һуғышы 20 ноябрҙә Ҡатау-Ивановск заводы эргәһендә була, 25 ноябрҙә ул генерал-майор Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына.
1774 йылдың ноябренән 1775 йылдың июленә тиклем барған оҙайлы тикшереүҙәрҙән һуң Салауат Юлаев атаһы менән бергә ҡамсы менән һуҡтырылыуға (175 тапҡыр), танау япраҡтарын ҡырҡыуға һәм маңлайы менән сикәләренә ҡыҙҙырып "3", "Б", "И" тамғаларын (“енәйәтсе”, “боласы”, “хыянатсы” – "злодей", "бунтовщик", "изменник") баҫыуға дусар ителә, ә 2 октябрҙә Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлек һөргөнгә оҙатыла. 1800 йылдың 26 сентябрендә Салауат Юлаев вафат була.
Батырыбыҙҙың "Мин үлмәнем, башҡорттарым!" шиғыры оран, аманат булып яңғырай:
Мин үлмәнем әле, башҡорттарым,
Тере рух мин һеҙҙең йөрәктә.
Дауамы мин батыр тамырының
Бер ҡасан да баш эймәнем ятҡа,
Баш эймәнем хатта батшаға.
Ауһам - ауҙым һуғыш яланында,
Мин үлмәгән әле, меңәр йыллап
Теҙ сүгергә әле ашыҡмағыҙ,
Мин тулайым бөгөн ҡарында.
Тағы тыуыр Салауаттар барҙа,
Осар юлҡайҙарың быуылмаҫ.
Бөркөттәрең ирек аулағанда
Тамырҙарың, Башҡорт, ҡоромаҫ.