+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2019, 19:13

10 балалар сәнғәт мәктәбе төҙөләсәк

2024 йылға Башҡортостанда 10 яңы балалар сәнғәт мәктәбе төҙөләсәк. Был турала республиканың ижтимағи-иҡтисади яҡтан стратегик үҫеше буйынса хөкүмәт брифингында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтте.

- Йылдан-йыл уҡыусылар һаны арта, уларҙы сәнғәт мәктәптәрендә уҡытыу мәсьәләһе лә алға килеп баҫа. 2024 йылға тиклем республикала 10 сәнғәт мәктәбе төҙөү планлаштырғанбыҙ, унда 55 мең самаһы бала уҡыясаҡ. Әлеге ваҡытта 47 мең уҡыусы сәнғәт мәктәптәрендә шөғөлләнә, - ти министр.

Әминә Ивний ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн республиканың 117 сәнғәт мәктәбенә балалар күп булыу сәбәпле, эшләү ауырға төшә. Шуға күрә ҡайһы бер осраҡтарҙа мәктәптәрҙең филиалдарын ауыл мәҙәниәт йорттарында асырға тура килә. Тик был осраҡта ла мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәй. Яңы 10 мәктәп ижад менән шөғөлләнеүсе һәләтле балаларға киләсәккә юл асыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: