+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2019, 20:49

Уҡыусылар үҙҙәрен актер булараҡ һынап ҡарай

Бөгөн баш ҡаланың 161-се лицейында кино төшөрҙөләр. Ҡалған өлөшөн иртәгә Ғафури районының Таш Аҫты ауылы эргәһендәге Уҡлығая янында төшөрәсәктәр.

Бөгөн Өфөлә уҡыусы балалар үҙҙәрен актер булараҡ һынап ҡараны. Улар ҡыҫҡа метражлы "Батыр" һәм "Ел йыры" нәфис фильмдарында ҡатнашалар.
Киноға төшөрөү "Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр" Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә алып барыла. Ойоштороусыһы - Санкт-Петербург ҡалаһының "ИНТЕЛРОСТ" Интеллектуаль һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге. Проекттың маҡсаты - балалар өсөн ҡыҫҡа метражлы мәғәнәле, фәһемле фильмдар, йәғни "кино-дәрестәр" төшөрөү һәм синыфтан тыш дәрестәр үткәреү өсөн методик ҡулланмалар әҙерләү.
Өфөлә уҡыусылар төп, икенсе пландағы эпизодик ролдәргә кастингтарҙа ҡатнашты. Бөгөн баш ҡаланың 161-се лицейында кино төшөрҙөләр. Иртәгә Ғафури районының Таш Аҫты ауылы эргәһендәге Уҡлығая янында төшөрәсәктәр.
Читайте нас: