-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2019, 15:29

Башҡортостанда Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте эшләй башланы

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың башынан республикала 9 205 янғын булған, уларҙа 194 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Башҡортостанда Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте эшләй башланы. Был турала 26 сентябрҙә журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
«Быйыл, республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Башҡортостан Республикаһының Янғынға ҡаршы хеҙмәте составында Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәтен булдырҙыҡ. Хеҙмәттең Ситуациялар залы Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында урынлашҡан. Ҡорбандар булған һәр янғын, янғындар динамикаһы – быларҙың барыһы ла ошо үҙәктә анализлана. Ошонда уҡ үлемесле янғындарҙы кәметеү өсөн яңы тәҡдимдәр әҙерләнә», — тип һөйләне ведомство етәксеһе.
Хеҙмәт ҙур түгел – уның составында 43 кеше иҫәпләнә. Улар республика биләмәһе буйынса 18 зонаға бүленгән. Мәҫәлән, Нефтекамала Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы райондарын һәм Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларын хеҙмәтләндергән ике хеҙмәткәр эшләй.
«Хеҙмәткәрҙәргә йыл әйләнәһенә автомобиль бирелә, улар үҙҙәренә тапшырылған муниципалитеттарҙы йөрөп сығырға һәм иҫкәртеү эше менән шөғөлләнергә тейеш. Йәғни һәр кемдең яуаплылыҡ зонаһы бар. 18 мобиль иҫкәртеү төркөмө Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт күҙәтеүе инспекторҙары, муниципалитеттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй», — тип өҫтәне Фәрит Ғүмәров.
Хеҙмәт 2019 йылдың 1 сентябренән эшләй башланы. Ярты йылдан — киләһе йылдың февраль аҙағына уның эшмәкәрлегенән һиҙелерлек һөҙөмтә алынырға тейеш.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың башынан республикала 9 205 янғын булған, уларҙа 194 кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғындар башлыса шәхси секторҙа сыға.
Читайте нас: