-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2019, 10:59

Иҫке Сибайға – яңы һулыш

“Йәшә урман!” акцияһына Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы халҡы ла дәррәү ҡушылды.

“Йәшә урман!” Бөтә Рәсәй акцияһына Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы халҡы ла дәррәү ҡушылды.


Билдәле булыуынса, был сара “Экология” милли проектына ярашлы тормшҡа ашырыла.


Иҫке Сибай ауылы биләмәһе башлығы Әнисә Ғәлина белдереүенсә, улар бергәләшеп дүрт мең төп ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртҡан. Сибай һәм Баймаҡ урман хужалыҡтары филиалдары, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы депутаттар, Әһлей Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбе коллективы һәм ауыл халҡы өмәлә әүҙем ҡатнашҡан.


Һәр кем үҙ ағасын ултыртып, тирә-яҡты йәшелләндереүгә өлөшөн индергән. Сара октябрь айында ла дауам итәсәк.


#национальныепроекты#нацпроекты Автор: Кәримә УСМАНОВА. Баймаҡ районы.


Читайте нас в