Республика көнө айҡанлы Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «артыҡ» ял көнө көтә.
Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, 1992 йылдың 27 февралендәге «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» республика законына ярашлы, 11 октябрь — Республика көнө — БАССР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителгән көн — байрам көнө булып тора.
Быйыл 11 октябрь йомаға тура килә. Кесаҙна, 10 октябрҙә, эш оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексы статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 11 октябрҙәге эшләмәгән байрам көнө — Республика көнө — отпуск иҫәбенә индерелмәй.