+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2019, 10:47

Владимир Путин студенттарҙы һалымдан ҡотҡарҙы

Документҡа ярашлы, Һалым кодексына үҙгәреш индереләсәк.

Рәсәй Президенты студенттар һәм аспиранттар белем биреү учреждениеларынан матди ярҙам алғанда килемгә һалым (НДФЛ) тотолмаясағын күҙаллаған федераль законға ҡул ҡуйҙы.


Документҡа ярашлы, Һалым кодексына үҙгәреш индереләсәк.


Владимир Путин имзалаған законда ҡаралғанса, бер йылда 4000 һумға тиклем матди ярҙам алғанда һалым тотолмаясаҡ. Документ 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

Фото: Кремлин.ру
Читайте нас: