-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 11:23

Аэродромға Муса Гәрәевтың исемен бирергә тәҡдим иттеләр

Башҡортостандың Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушин» аэродромына легендар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исемен бирергә тәҡдим иттеләр.

Башҡортостандың Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушин» аэродромына легендар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исемен бирергә тәҡдим иттеләр. «Кызыл тан» республика гәзите шундай башланғыс менән сығыш яһаны.
«Первушин» бәләкәй авиация аэродром комплексы Рәсәйҙә иң яҡшы аэродромдарҙың береһе һанала, — ти Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин. — Ул район һәм республика халҡы өсөн ғорурлыҡ сығанағы булып тора. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшендә уның роле баһалап бөткөһөҙ. Аэродромға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исеме бирелһә, беҙ бик шат булыр инек. Был — Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан данлы тарихыбыҙға хөрмәт күрһәтеү билдәһе».
Белешмә. Муса Ғайса улы Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә Башҡортостандың Илеш районы Иләкшиҙе ауылында тыуған. Сталинград янында, Донбаста, Ҡырымда, Белоруссияла, Литвала, Польшала, Көнсығыш Пруссияла һуғышҡан. Һуғыш ваҡытында герой бөтәһе 250-гә яҡын хәрби осош яһаған. 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә тарихи Еңеү парадында ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң ҡыйыу летчик-штурмовик авиация полкына етәкселек иткән. 1951 йылда ул — М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияны, 1959 йылда СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлаған. 1964 йылдан — запаста. Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән. ДОСААФ-тың реском рәйесе булған. СССР-ҙың Юғары Советы депутаты, Башҡорт АССР-ының Юғары Советы депутаты итеп һайланған. Бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнгән.
Читайте нас в