+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 21:08

Бәйге еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Мостай Кәримгә 100 йыл тулыуға арналған ИНТЕРНЕТ-КОНКУРС еңеүселәре билдәле булды!

Мостай Кәримгә
(Рәхмәт әйтәбеҙ)
Бала саҡта беҙ дәрестә
“Өс таған”ды төҙөнөк.
Айҙар, Ғабдуллалар менән
Ярыштарҙа йөрөнөк.
“Уҡытыусыма” бүләк итеп
Һинең йырҙы һайланыҡ.
Оксана, Йәмилдәр менән
“Беҙҙең өйҙө йәм”ләнек.
“Үлмәҫбай”, Теребай менән
Һуғышта ла ҡатнаштыҡ.
“Оҙон-оҙон бала саҡ”та
Кендек менән уйнаныҡ.
Быйыл һинең 100 йыллыҡты
Беҙ билдәләп үтәбеҙ.
Шундай шәп әҫәрҙәр өсөн
Оло РӘХМӘТ әйтәбеҙ!
Гөлнәзирә ЮЛМӨХӘМӘТОВА, Ғафури районың Юлыҡ мәктәбе уҡыусыһы.
Октябрь айында арҙаҡлы башҡорт шағиры, яҙыусы hәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. Ошо иҫтәлекле датаға арнап, “Аманат” журналы редакцияһы үҙенең уҡыусылары араһында ИНТЕРНЕТ-КОНКУРС иғлан иткәйне. Бәйге шарттары буйынса шиғырҙар, һүрәттәр, сәсмә әҫәрҙәр Мостай Кәримгә һәм уның ижадына арналған булырға тейеш ине. Интернет-конкурс 5 сентябрҙән 1 октябргәсә барҙы. Был бәйгегә республика ҡала-райондарынан бик күп хаттар алдыҡ. Балаларҙың һүрәттәрен күреп һоҡландыҡ. Хатта Мостай олатайҙың портреты ла бик оҫта һүрәтләнгән! Иҫтәлектәр, хәтирәләр тулы мәҡәләләрҙе уҡып, “был уҡыусы мотлаҡ журналист, йә яҙыусы булыр,” тигән ҡыуаныслы уйҙар кисерҙек. Ә шиғырҙарҙың ниндәйе генә юҡ! Уларҙы уҡый-уҡый, үҙебеҙ Мостай иленә барғандай булдыҡ. Әгәр Мостафа олатай тере булған булһа, һеҙҙең хаттарығыҙҙы уҡып, ниндәй генә кисерештәргә сумған булыр ине икән?!. Шағир йөрәгендә һеҙгә арналған шиғыр тыуыр ине, моғайын!..
Ижади бәйгелә ҡатнашҡан һәр балаға “Аманат” журналы редакцияһының рәхмәтен белдерәбеҙ! Мәктәптә яҡшы белем алып, киләсәктә илебеҙгә намыҫлы, тоғро кешеләр булып үҫерһегеҙ тип ышанабыҙ!
“Аманат” үҙ уҡыусылары араһында бихисап бәйге ойоштороп ҡына ҡалмай, ә үҙе лә, баҫма булараҡ республика, Рәсәй кимәлендә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Сентябрь айында ғына журнал Рәсәй кимәлендәге өс юғары наградаға, дәрәжәгә лайыҡ булды: «Тылсымлы һүҙ» Бөтә Рәсәй балалар матбуғаты конкурсында милли телдәге ИҢ ЯҠШЫ БАҪМА тип танылды, "Милли телдәге иң яҡшы балалар баҫмаһы" номинацияһында икенсе дәрәжәле ДИПЛОМ һәм милли традицияларға тоғро булғаны өсөн ДИПЛОМ менән бүләкләнде. Был еңеүҙәрҙә “Аманат”ты уҡыусы тоғро дуҫтарыбыҙҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Балалар журналды алдырып уҡып ҡына ҡалмай, үҙҙҙәре лә әүҙем яҙыша, әҙәби ижад менән мауыға, журнал биттәрендә даими баҫыла.
“Аманат”тың еңеүҙәре менән уҡыусыларыбыҙҙы, Маҡтау билдәһенә лайыҡ булыусы бәйгеселәребеҙҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Барлыҡ эштәр ҙә йыл дауамында журнал сығарыуҙа файҙаланыласаҡ.
Еңеүселәребеҙгә “Аманат” журналының МАҠТАУ БИЛДӘЛӘРЕ тапшырыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге мәлдә “Аманат” журналында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған бәйгеләр – "Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт, "Ижад ҡомары" сәсмә әҫәрҙәр конкурсы дауам итә. Ике йыл дауамында барған ижади ярыштың тәүге өлөшөнә йомғаҡ яһалғайны. Икенсе өлөшөнөң еңеүселәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулған мәлдә, йыл аҙағында иғлан ителәсәк. Әлеге интернет-конкурс ЕҢЕҮСЕЛӘРЕНЕҢ ИҢ ЯҠШЫ ӘҪӘРҘӘРЕ ошо бәйгелә лә баһаланасаҡ, “Аманат” биттәрендә ДОНЪЯ КҮРӘСӘК.
Һүрәттәр:
1. Гөлгөнә Мусина, Баймаҡ районының Ҡолсора мәктәбе уҡыусыһы;
2. Аделина Ишмөхәмәтова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы;
3. Данис Антал, Хәйбулла районының Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы.
Бер төркөм уҡыусылар һүрәттәрен ебәреүсе:
1. Сибай ҡалаһының социаль приюты тәрбиәләнеүселәре (етәкселәре Гөлнара Салауат ҡыҙы Аралбаева – социаль педагог, Луиза Рифҡәт ҡыҙы Ғәҙелшина - дефектолог);
2. Учалы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре (Мәфрүзә Әмир ҡыҙы Сәғитова – “Акварелька” һүрәтләү студияһы етәксеһе);
3. Сибай сәнғәт мәктәбе уҡыусылары (етәксеһе Зилиә Шамил ҡыҙы Моталлапова);
4. Бәләбәй ҡалаһының 247-се “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре (етәксеһе Гөлйөҙөм Наил ҡыҙы Гәрәева).
Мәҡәләләр:
1. Илзидә Ихсанова, Күгәрсен районының Мораҡ Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;
2. Гөлсөм Исхаҡова, Бөрйән районының Килдеғол мәктәбе уҡыусыһы.
Шиғырҙар:
1. Абдулла Ғәбделмәнов, Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡыусыһы;
2. Рәзилә Ғарипова, Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы;
3. Гөлнәзирә Юлмөхәмәтова, Ғафури районының Юлыҡ мәктәбе уҡыусыһы;
4. Саръян менән Сәлим Билаловтар, Бөрйән районының Килдеғол мәктәбе уҡыусылары.
Читайте нас: