+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 20:12

Күҙ йәштәре урынына - кристаллашҡан быяла шарҙар

Әрмәнстандан 22 йәшлек Сатеник Каразяндың илаған саҡта күҙенән йәш урынына осло кристаллашҡан быяла шарҙар сыға икән.

Әрмәнстандан 22 йәшлек Сатеник Каразяндың илаған саҡта күҙенән йәш урынына осло кристаллашҡан быяла шарҙар сыға икән. Ә иламаған сағында иһә күҙенең ҡабағында 50-ләп алмасҡа оҡшаған шар йыйыла.
Әле был ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл тураһында социаль селтәрҙәрҙә күп яҙалар. Әлбиттә, быялаға оҡшаш күҙ йәштәре ҡыҙға күп кенә ауырлыҡтар тыуҙыра, табиптар был хәлдән тик операция ярҙамында ғына ҡотолорға була тип белдергән.
Шуныһы ҡыуаныслы: әрмән ҡыҙына Өфө табиптары ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуын белдергән.
- Әлбиттә, бындай хәлдең минең практикала булғаны юҡ, - тип белдергән билдәле доктор Эрнст Мулдашев. - шулай ҙа беҙ ҡыҙҙы Өфөгә, офтальмология үҙәгенә саҡырырға, тикшереүҙәр үткәреп, ярҙам итергә әҙербеҙ.
Әрмәнстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы табиптары консилиум йыйып, кристаллашҡан күҙ йәштәренең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен өйрәнәсәк. Улар ҡыҙҙың тыумыштан цистинозом менән ауырыуын билдәләп, бәлки, ошо ауырыу алмасҡа оҡшаған күҙ йәштәре "бүләк" иткәндер тип белдерә. Ә ҡыҙ иһә бының күҙенә йәрәхәт алғандан һуң барлыҡҡа килеүен белдергән.
Читайте нас: