-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 11:12

Владимир Путин йыназаға барҙы

Рәсәй Президенты билдәле дәүләт эшмәкәрен һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашты.

Рәсәй Президенты билдәле дәүләт эшмәкәрен һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашты.


30 сентябрь Францияла милли матәм көнө иғлан ителде - 26-һында элекке Президент Жак Ширак вафат булғайны.


Владимир Путин йыназала ҡатнашты. Мәрхүм менән хушлашыу Париждағы Сен-Сюльпис соборында уҙҙы.

Унда Европаның бик күп дәүләте президенттары, Иордания короле, Монако кенәзе, Люксембургтың Бөйөк герцогы ла булды.


Траур церемонияһы уҙғас, Владимир Путин Франция Президенты Эммануэль Макрон менән бер аҙ һөйләшеп алды.

Жак Ширакка 86 йәш ине. Вафатын ишеткәс тә, Рәсәй башлығы уның ғаиләһенә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәргәйне.

Фото: Кремлин.ру
Читайте нас в