Башҡортостандың 100 йыллығына арналған "Беренсе республика" фильмын БСТ каналында күрһәтәсәктәр.
Булат Йосоповтоң был кинокартинаһы сентябрь айында SKEY-CINEMA Халыҡ-ара кинофестивалдә "Иң яҡшы тулы метражлы фильм" номинацияһында еңеү яуланы. Һәҙиә Дәүләтшина ролен уйнаусы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Лилиә Исҡужина "Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһына лайыҡ булды.
Кино Башҡортостандың Советтар Союзындағы тәүге йылдары тураһында һөйләй.
"Беренсе республика" фильмын БСТ каналынан 11 октябрҙә 19.00 сәғәттә ҡарағыҙ.