+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2019, 10:46

Миәкә эшҡыуарының ниәте ниндәй?

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты Миәкәлә эшләп килә.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илебеҙ халҡын йүнселлеккә күберәк йәлеп итеп, иҡтисади ҡеүәтебеҙҙе нығытыуға, һөҙөмтәлә кешеләрҙең йәшәйеш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.


Был маҡсатҡа республикабыҙҙа ҙур иғтибар бүленеүе мәғлүм. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров халыҡты эшҡыуарлыҡҡа яҡынайтыу, уларға үҙ кәсебен йәйелдереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән аныҡ йүнәлештәр булдырыу бурысын ҡуйҙы, был күрһәтмә төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.


Үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә, үҙаллы шөғөлгә тотонорға ҡарар иткәндәргә документ яғынан ярҙам итеү, аңлатыу эштәре ойоштороу маҡсатында Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылыуы ла алға китешкә үҙ өлөшөн индерҙе. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарыу йолаға әйләнде тиерлек.


Билдәле булыуынса, был сара Хөкүмәттә генә түгел, район-ҡалалар хакимиәттәрендә лә үтә, күптәрҙең фекеренсә, ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.


Мәҫәлән, Миәкә районында хакимиәт башлығы Ришат Айтуғанов етәкселегендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә көнбағыш майы етештереү, көнбағышты киптереү, һаҡлау буйынса проект ҡаралды. Ул ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтарын үҫтереүгә грант алыуға тәҡдим ителеп, конкурста еңеп сыҡҡан. Проект йәнә шуныһы менән ҡыҙыҡлы: ул малсылыҡтың аҙыҡ базаһын район хужалыҡтарының төпрә һатып алыуы иҫәбенә киңәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.


Әлеге кәңәшмәлә яуаплы белгестәргә ошо мәсьәләне ҡарарға ҡушылды. Шулай уҡ уларға эшҡыуарға бизнесын артабан үҫтереү өсөн төрлө дәүләт программаларында ҡатнашыу йәһәтенән мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтергә әйтелде.


Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Был милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда төбәк проекттарының биш паспорты раҫланған.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: