-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2019, 11:23

Өфөлә «Мостай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды

Конференция эшендә Рәсәй төбәктәренең, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең милли һәм академик китапханаларынан килгән ғилми берләшмәнең 200-ҙән ашыу вәкиле ҡатнаша.

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған «Мостай уҡыуҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция асылды. Конференция эшендә Рәсәй төбәктәренең, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең милли һәм академик китапханаларынан килгән ғилми берләшмәнең 200-ҙән ашыу вәкиле ҡатнаша.
Конференцияның маҡсаты — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең әҙәби һәм фәлсәфәүи ижады, донъя, Рәсәй һәм төбәк мәҙәни-тарихи процесы контексында уның әҫәрҙәренең әһәмиәте, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең хәҙерге белем биреү һәм мәҙәни киңлегендә Мостай Кәрим ижадының урыны һәм роле хаҡында фекер алышыу.
«Уҡытыусы һәм китапханасы атайым өсөн иң абруйлы һөнәрҙәр булды. Әҙәбиәт, китап яратҡан кешеләр тәрбиәләгән китапханаларға ҙур рәхмәт. Ғаиләбеҙҙә китаптар күп ине, ләкин беҙ китапханаларға ла йөрөнөк. Бөгөн беҙҙе интернеттан тыш, аралашыу зарурлығы ла бәйләй», — тип билдәләне шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова.
Секция эше биш йүнәлеш буйынса бара: «Дәүерҙең тарихи-мәҙәни һәм ижтимағи-сәйәси контексында М. Кәримдең шәхесе, яҙмышы һәм ижады», «М.Кәрим әҫәрҙәрендә донъяның художестволы һәм тел картинаһы», «Полилингваль донъяла М.Кәримдең ижады, художестволы тәржемә сәнғәте», «М.Кәрим мәғариф киңлегендә: юғары уҡыу йортонда һәм мәктәптә яҙыусының ижадын өйрәнеү традициялары һәм тәжрибәһе», «М.Кәримдең мираҫын популярлаштырыу һәм һаҡлау мәсьәләләре».
«Беҙҙең Дәүләт телерадиокомпанияһы фондында Мостай Кәримдең әҫәрҙәре һаҡланып ҡалған. 1965 йылда яҙылған «Ай тотолған төндә» һәм «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары буйынса радиопостановкалар алып килдем. Тағы ла беҙҙең китапханала үзбәк телендә «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һаҡлана, Мостай Кәримдең шиғырҙары бар. Мин Мостай Кәримдең дуҫы, быйыл 100 йыллығы билдәләнгән шағир Шукруллоның китабын килтерҙем. Был йыйынтыҡта Мостай Кәримдең хаты һәм уның Шукрулло тураһында мәҡәләләре баҫылған», — тип хәбәр итте Үзбәкстан Республикаһы Фәндәр академияһының Үзбәк теле, әҙәбиәте һәм фольклоры институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Гөлноз Сатторова.
Ҡаҙағстан Республикаһы Милли китапханаһының диссертациялар бүлеге етәксеһе Гөлнар Бәхтигәрәева Алматы китапханаһы фондында Мостай Кәримдең 30-ҙан ашыу әҫәре һаҡланыуын билдәләне. 2007 йылда Ҡаҙағстандың «Мәҙәни мираҫ» дәүләт программаһы буйынса Мостай Кәримдең китаптары башҡортсанан ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән. И. Гаспринский исемендәге Республика Ҡырым татарҙары китапханаһы директоры Гөлнара Ягъяева үҙҙәренең китапханаһында Мостай Кәримдең тәржемәләнгән әҫәрҙәре генә булыуы хаҡында һөйләне.
«Төп телдә Мостай Кәрим әҫәрҙәренең тулы йыйынтығының туғыҙ томы донъя күрҙе, тиҙҙән 10-сы томы сыға һәм тағы ла өҫтәмә, 11-се томы планлаштырыла. Бөгөн беҙ ошо комплекттарҙы алабыҙ һәм конференцияла ҡатнашҡан бөтә китапханаларға бүләк итәбеҙ. Китаптарҙы почта аша ебәрербеҙ тип уйлайым», — тип вәғәҙә итте Әлфиә Кәримова.
«Мостай уҡыуҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы барышында Мостай Кәримдең әҙәби мираҫын үҫтереү буйынса Халыҡ-ара китапханалар проекттары конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була.
Конференция материалдары буйынса йыйынтыҡ сығарыу, электрон вариантын Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының рәсми сайтына урынлаштырыу күҙаллана.
Конференцияны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы.
Читайте нас в