Уҡытыусы. Бөйөк һәм мәртәбәле һөнәр. Кескәйҙәрҙе ҙур донъя менән таныштырыусы, сабырлыҡ менән уларҙы изге күңелле шәхес итеп тәрбиәләүсе, ә инде балаларҙың осор ҡанаттары нығынғас, матур кәңәштәре менән ло юлға төшөрөүсе ул.
Хөрмәтле уҡытыусылар, остаздар! Беҙ һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән тәбрикләйбеҙ һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ҡыуаныслы мәлдәрҙең күберәк булыуын теләйбеҙ!
Дәрес тамам. Тәнәфес тә етте.
Һоҡланамын, остаздарым минең,
Китап тотоп, баҫһа ҡаршыға.
Күпме уй-кисереш һаҡлай улар
Дәрестәргә ингән ваҡытта.
Уҡытыусым, һинең наҙлы һүҙең
Фән серҙәрен беҙгә асырға.
Яҡшылыҡҡа әйҙәй дәрестәре,
Өйрәтмәйҙәр һис тә насарға.
Зарина Бағышаева - Нәзирова.