-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 10:46

Владимир Путинға һигеҙ миллиард долларға торошло инвестиция проектын күрһәттеләр

Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Тамань ярымутрауына барғайны.

Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Тамань ярымутрауына барғайны. Бында уны "ОТЭКО" компаниялар төркөмөнөң порт-индустрия паркында барған эштәр менән таныштырҙылар.


Владимир Путинды "ОТЭКО" йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Мишель Литвак ҡаршы алды. Ил башлығы нефть һәм нефть продукцияһы, шыйыҡлатылған углеводород газдарының перевал комплексын ҡараны, причалда булды. Президент шулай уҡ Рәсәйҙәге берҙән-бер өс вагонлы бушатҡыс машинаны (тирмән принцибы менән бер юлы өс вагонды бушата ала) эшләтеп ебәреүҙә ҡатнашты.


Владимир Владимировичҡа порт төҙөлөшөндә килеп сыҡҡан археологик табыштарҙы ла күрһәттеләр.


"ОТЭКО" порт-индустриаль паркы - Рәсәйҙең көньяғында ғәмәлгә ашырылған иң ҙур инвестиция проекттарының береһе. Күҙалланған дөйөм инвестиция - 8 млрд доллар (порт объекттарын төҙөүгә һәм инфраструктураға һалынған сумманы ла иҫәпләп).


Финанслауҙы тотош компания тәьмин итә, федераль һәм төбәк бюджет сығымдары кәрәкмәй.

Фото: Кремлин.ру
Читайте нас: