Йылы көндәр артта ҡалды. Бөгөндән республикала ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы күҙәтелә. Көндөҙ термометр +5,+10 градус күрһәтә, көньяҡ- көнсығышта ғына +15 градусҡа етә. Ел көньяҡтан, ваҡыты менән көнбайыштан секундына 5-10 метр менән иҫә. Бөгөн төндә ҡайһы бер урындарҙа -5 градусҡа тиклем һыуытасаҡ.