-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2019, 21:14

Радий Хәбиров: "Һеҙ - Башҡортостандың алтын фонды!"

"Торатау" Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий ХӘбиров республиканың төбәк-ара, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларында призлы урындар яулаған юғары синыф уҡыусылары менән осрашты

"Торатау" Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий ХӘбиров республиканың төбәк-ара, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларында призлы урындар яулаған юғары синыф уҡыусылары менән осрашты. Осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, Башҡортостандағы эре юғары уҡыу йорттары ректорҙары ла булды.

Үҫмерҙәр тәүҙә Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса Александр Галибин төшөргән "Һеңлекәш" фильмын ҡараны. Аҙаҡ республика башлығы менән осрашып, әңгәмәләште.

Радий Фәрит улы уҡыусыларҙы байрам менән тәбрикләне һәм уҡыуҙа күрһәткән уңыштары өсөн маҡтап та алды.
- Беҙ Башҡортостандың иң алдынғы төбәктәрҙең береһе булыуын теләйбеҙ. Йәштәр тыуған илен яратһын, ошонда уҡыһын, эшләһен һәм киләсәк тормошон тыуған республикаһы менән бәйләһен ине. Һеҙ - Башҡортостандың алтын фонды! Һеҙ, әлбиттә, алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып, алға бараһығыҙ. Республикала сығарылыш синыф уҡыусыларының дүрттән бер өлөшө ситкә - эрерәк ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарына китә. Был - тәбиғи күренеш. Әммә улар кире тыуған республикаға ҡайтһын ине. Шуға күрә, беҙ былай ҙа Рәсәйҙә һәм сит илдәр алдында юғары позицияларҙа булған Башҡортостан мәғарифын тағы ла яҡшыртырға, престижлы итергә көс һалабыҙ, - тине ул.
Республика етәксеһе Башҡортостанда ғилми-уҡытыу үҙәктәрен асыу проекты тураһында мәсьәләләр ҡаралыуы, Өфөлә биш мең кешелек талиптар кампусы төҙөү тураһындағы фекерҙе федераль кимәлдә хуплауҙары тураһында еткерҙе.
Осрашыу сиктәрендә уҡыусылар үҙҙәренең уңыштары менән уртаҡлашты, уҡытыу процесын камиллаштырыуға үҙҙәренең ҡарашын белдерҙе һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Уҡыусылар Радий Фәрит улына йәмәғәт транспортының яңы маршруттарын асырға кәрәклеге тураһында ла әйтте. Быға яуап итеп, төбәк Башлығы транспорт инфраструктураһын яңыртыу тураһында һөйләп ишеттерҙе, "Алға" картаһы тураһында уҡыусыларға ҡыҫҡаса аңлатты.
Әңгәмә барышында республика Башлығы Башҡортостанда яңы заманса белем усаҡтарын булдырыу, 14 полилингваль мәктәп һәм математика һәм IT-технологиялар лицейын асыу тураһында пландары менән бүлеште. Республикала әйҙәүсе, иң көслө мәктәптәрҙе билдәләү тураһында ла һүҙ барҙы. Уҡыусылар Радий Фәрит улын Стәрлетамаҡтағы 3-сө Башҡорт лицей-интернатын күҙ уңында тотоуын үтенде һәм Башлыҡ эш сәфәре барышында лицейға ла һуғылырға вәғәҙә бирҙе.
Әлбиттә, һәләтле балалар темаһы ла әңгәмә барышында ситтә ҡалманы. Радий Хәбиров, БДИ-ны 100 балға яҙған уҡыусыларҙың уҡытыусыларына премиялар тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде, тине. Премия 60 мең һум тәшкил итә. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы олимпиадаларҙа еңеү һәм призлы урындар яулаған балаларға премияларҙы арттырырға ҡушты.
Башҡортостан төрлө олимпиадалар үҙәгенә әйләнергә тейеш, тигән фекер ҙә яңғыраны. Уҡыусылар әйтеүенсә, бөгөн күпселек олимпиадаларҙың һайлап алыу турҙары һәм финал этаптары республиканан ситтә уҙғарыла.
- Ниндәйҙер ваҡыт арауығында Башҡортостан әүҙемлеген юғалтты. Әммә хәҙер беҙ был эште тергеҙәбеҙ, республика Рәсәй кимәлендә сәнәғәт, инвестициялар, спорт, мәҙәниәт өлкәләрендә алға ынтыла башланы, - тине Радий Хәбиров. - Мәғариф өлкәһенә лә бер нәмәгә ҡарамай, алға "тартырға" тигән эш ҡушам. Беҙҙә математика, химия буйынса алдынғы мәктәптәп бар, техник специальностар үҫешкән. Һәм беҙ уҡытыу системаһын яҡшыртыуҙа ныҡышмалылыҡ күрһәтергә тейешбеҙ.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар һәм маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләне. Тағы бер йылдан ошонда сара үткәрергә кәрәк буласаҡ, тине ул.

Читайте нас: