+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 17:50
Өфөнәң 102-се башҡорт гимназияһы шағир исемен йөрөтәсәк
Рауил Бикбаевтың исеме мәңгеләштерелә
Рауил Бикбаевтың исеме мәңгеләштерелә
Өфө ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемен йөрөтәсәк.
Был турала республика Башлығы Радий Хәбировтың махсус указы сыҡты. Уға ярашлы, ҡәләм оҫтаһының тормошо, йәмәғәт, фән һәм ижади эшмәкәрлеге тураһында дәүләт мультимедиялы материалдар архивын булдырылып, сайт әҙерләнәсәк. Йыл һайын халыҡ шағирының тормошона һәм ижадына арналған шиғриәт фестивалдәре, ғилми-ғәмәли конференциялар уҙғарыу ҡаралған. Башҡортостан студенттары актив йәмәғәт эшмәкәрлектәре өсөн Рауил Бикбаев исемендәге стипендия алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Тағы ла гимназия ғына түгел, ҡаланың бер урамына ла Рауил Бикбаев исемен бирелә.
Автор:
Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы
http://www.ye02.ru/online/19640-102-se-bashort-gimnazijay-shair-isemen-jrtsk.html
Читайте нас:
"Аманат"тың Телеграм-каналы
Рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять