14 октябрҙә “Торатау” Конгресс-холында Башҡорт юниор КВН лигаһының 7-се миҙгелен асыуҙың ҙур фестивале үтте. Сараны “Шаяндар һәм отҡорҙар клубының башҡорт асыҡ лигаһы” Башҡортостан Республикаһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.
Күңелле бәйгелә Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан бөтәһе 23 команда ҡатнашты. Шуларҙың һигеҙе – беренсе тапҡыр республика кимәлендә ҙур сәхнә сығыусылар.
Бәйгенең тематикаһы – “Башҡорттарҙың баш ҡалаһы” булғайны. Уҡыусылар бик ентекле әҙерләнеп килгән. Шаяртыуҙары ла тос, үҙҙәрен сәхнәлә тотоуҙары ла бик баҙыҡ. Өс сәғәттән ашыу барған күңелле тамашала улар “визитка” номерын күрһәтте.
Командалар бик күп булыу сәбәпле, бәйге дүрт блоктан торҙо. Һәр блокта 4-5 команда сығыш яһаны. Уларҙың шаяртыуҙарын мәртәбәле жюри ағзалары шунда уҡ баһалап, урындар билдәләп, бағымсыларҙың бүләктәрен тапшыра торҙо.
1-се урын – “Бер юл” (Салауат районы)
2-се урын – “Мәсем йондоҙсоҡтары” (Бөрйән районы)
3-сө урын – “Һарыҡты кем ашаған?” (Ғафури районы)
1-се урын – “ЖэКа” (Стәрлетамаҡ)
2-се урын – “XX централ” (Өфө)
3-сө урын – “Арый туҡталышы” (Дыуан районы)
1-се урын – “Корпорация билмән” (Баймаҡ районы)
2-се урын – “Башҡорттар.ru” ( Өфө)
3-сө урын – “Ҡорт” (Стәрлебаш районы)
1-се урын – “Балаяндар” (Нефтекама)
2-се урын – “Ҡаҙ тәпәйе” (Борай районы)
3-сө урын – “Кендек” (Сибай)
Шулай уҡ командалар һәм айырым уйынсылар араһында махсус номинациялар ҙа билдәләнде:
“Иң шәп шаяртыу” – “Мәсем йондоҙсоҡтары” (Бөрйән районы)
“Иң яҡшы дебют” – “Ҡаҙ тәпәйе” (Борай районы)
“Иң яҡшы ир-егет роле” – Айнур Ситдиҡов (“Балаяндар”)
“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” – Даяна Ишмөхәмәтова (“Арый тукталышы”)
Фестиваль аҙағында иң-иң шәп команда гран-приға лайыҡ булды. Нефтекама Башҡорт гимназия-интернатының “Балаяндар” командаһына етеүсе булманы был юлы. Эйе, эйе, улар үҙҙәренең блогында ла беренселекте яуланы, команда капитаны Айнур Ситдиҡов “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында ла ал бирмәне. “Афарин, Нефтекамалар!” – тиергә ҡала уларға. Әйткәндәй, “Аманат”тың махсус бүләге лә тап “Балаяндар”ға насип булды. КВН-ға уҡыусыларҙы әҙерләп алып килеүсе етәкселәре, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы Яҡшығоловаға айырыуса ҙур рәхмәт!
Ҡалған командалар – Ҡариҙел районынан “Ялҡын”, Өфөнән “Ҡыҙҙар. Com”, “Interспорт” һәм “Искәндәр бабай” командалары, Учалы районынан “Тик ҡыҙҙар”, Әбйәлилдән “Ҡорос”, Мәсетленән “Замана балалары”, Дыуан районынан “Төньяҡ амурҙары”, Салауат районынан “Йор үҙән”, Октябрьский ҡалаһынан "Ок' егеттәр” ҡатнашыусы дипломына эйә булды. Уларға “Эх, булманы инде быйыл!” – тип көйөргә әле иртәрәк, сөнки КВН-дың мөхәррирҙәре быйылғы миҙгелдең сирек финалына ҡайһы командалар инерен әле хәбәр итмәне. Кем белә, сирек финалда, бәлки, бөтөнләй өр-яңы команда еңеү яулап ҡуйыр?!