+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2019, 14:12

Иң матур ауыл асыҡланды

"Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы" конкурсында Учалы районының Наурыҙ ауылы еңеүсе тип табылды.

"Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы" конкурсында Учалы районының Наурыҙ ауылы еңеүсе тип табылды.

Икенсе урынға Ишембай районының Маҡар, өсөнсө урынға Дүртөйлө районының Шаран ауылы лайыҡ булды. Еңеүселәр бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге «Сәләм» тапшырыуында бүләкләнде.

Берснсе урынға – 500, икенсе урынға – 300, өсөнсө урынға 200 мең һумлыҡ аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Бынан тыш, Күгәрсен районының Тәүәкән, Стәрлебаш районының Ямғырсы, Стәрлетамаҡ районының Талас, Салауат районының Әлкә, Ҡариҙел районының Яугилде, Өфө районының Лекаревка, Асҡын районының Ҡышлауйылға, Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй, Ейәнсура районының Байдәүләт, Саҡмағош районының Иҫке Бәшир, Яңауыл районының Киҫәкҡайын, Мишкә районының Сосновка төрлө номинациялар буйынса билдәләнеп, дипломдарға һәм 20 мең һумлыҡ бүләккә лайыҡ булды.

Фото: Башинформ
Читайте нас: