Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2019, 10:51

"Мәғариф" милли проекты: һандар һәм факттар

"Мәғариф" милли проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн барлығы 17,5 миллиард һум аҡса бүленә.

"Мәғариф" милли проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн барлығы 17,5 миллиард һум аҡса бүленә.


Теүәлерәк әйткәндә, был сумма 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем арауыҡҡа йүнәлтелә.


2019 йылда - 4,8 млрд

2020 йылда - 2 млрд 181 млн

2021 йылда - 2 млрд 192 млн

2022 йылда - 3 млрд 243 млн

2023 йылда - 2 млрд 265 млн

2024 йылда 2 млрд 492 млн һум.


Был милли проект составында түбәндәге төбәк проекттары булыуын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ (атамалары русса бирелә):

«Современная школа», «Успех каждого ребенка», «Поддержка семей, имеющих детей», «Цифровая образовательная среда», «Учитель будущего», «Молодые профессионалы», «Новые возможности для каждого», «Социальная активность».


"Мәғариф" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда 2024 йылға төрлө түңәрәктә һәм секцияла шөғөлләнеүсе 5 - 18 йәщлек балалар бөтә ошо йәштәгеләрҙең 80 процентын тәшкил итергә тейеш.


Республиканың һәр районы уҡыусыларҙа заманса технологик һәм гуманитар белем формалаштырыу өсөн матди-техник базаны яңыртыуға субсидия аласаҡ.


Алты йылдан беҙҙә заманса ҡорамаллы 55 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк. Быйыл алты колледж базаһында World Skills стандарттарына тап килтереп эшләнгән 30 оҫтахана сылырға тейеш.


Фото: Башинформ.


Читайте нас в