+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2019, 17:15

Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған байрам ҡасан һәм ҡайҙа уҙыр?

Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, баш ҡалала байрам тантаналары уҙасаҡ.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, баш ҡалала байрам тантаналары уҙасаҡ.
Оло юбилейға Башҡортостандан, Рәсәйҙән һәм донъяның төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар , уның ижадын һөйөүселәр йыйыласаҡ.
18 октябрь
12.00-13.00 - Башҡорт дәүләт университетының әҙип исемен йөрөткән Ижад оҫтаханаһында Мостай Кәрим Фондының грантына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү;
14.00-16.00 - Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында бюст һәм БДПУ-ның Беренсе почетлы профессоры Мостай Кәрим исемендәге аудитория асыу тантанаһы. Шулай уҡ "Мостай Кәрим" конкурсында еңеүселәрҙең эштәренән күргәҙмә лә эшләйәсәк;
"Родина" кинотеатрында Айнур Асҡаровтың "Өс таған" фильмын күрһәтәсәктәр.
19 октябрь
11.00 - 11.30 - Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзонға һәм СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Андрей Дементьевҡа таҡтаташ асыу тантанаһы;
11.00 - Мостай Кәрим исемендәге скверҙа (Профсоюздар йорто эргәһендә) шағирҙың әҫәрҙәре төрлө телдәрҙә яңғыраясаҡ. Сарала яҙыусылар, актерҙар, балалар һәм талиптар ҡатнаша;
12.00 - 13.00ҙ Шағирҙың һәйкәленә сәскә һалыу;
19.00 - "Торатау" Конгресс-холында Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыу айҡанлы байрам табыны ойошторола.
20 октябрь
12.00 - Мостай Кәримдең тыуған төбәге - Шишмә районы Келәш ауылында Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы;
12.30 - 14.00 - Байрам концерты.
Читайте нас: