+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2019, 10:48

Владимир Путин Рәжәп Эрдоганды саҡырҙы

Владимир Путин төрөк коллегаһы Рәжәп Тайип Эрдоганды яҡын арала эш сәфәре менән Рәсәйгә килергә саҡырҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин төрөк коллегаһы Рәжәп Тайип Эрдоганды яҡын арала эш сәфәре менән Рәсәйгә килергә саҡырҙы.
Төркиә Президенты был саҡырыуҙы ихлас ҡабул итте.
Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике ил лидеры Сүриәләге хәлдәрҙе сәйәси көйләүҙе дауам итергә, октябрь аҙағында Женевала БМО эгидаһында Конституцион комитетты саҡырыуға булышлыҡ итергә ниәтләй. Улар шулай уҡ Ғәрәп Республикаһының территориаль бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу яҡлы.
#ВладимирПутин
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова.
Читайте нас: