+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2019, 10:52

"Үҫеш нөктәһе" үҫешкә өндәй

Башҡортостанда "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы "Үҫеш нөктәһе" теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең 133 мәғариф үҙәген асыуға федераль бюджеттан 208,5 миллион һум бүленгән.

Башҡортостанда "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы "Үҫеш нөктәһе" теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең 133 мәғариф үҙәген асыуға федераль бюджеттан 208,5 миллион һум бүленгән.
2024 йылға тиклем республикала 798 "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәге булдырыласаҡ. Улар ауыл ерендәге, ҡалаларҙағы белем биреү ойошмалары базаһында асылып, 350 мең самаһы бала йәлеп ителәсәк.
"Заманса мәктәп" проектына ярашлы, теүәл фәндәрҙең, гуманитар профилдәрҙең төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу маҡсатында "Технология" һ.б. предметтарҙың йөкмәткеһен, уҡытыу алымдарын, матди-техник хәлде яңыртыу планға индерелгән.
Проект шулай уҡ "Кванториум" технопаркы, урта һөнәри, юғары уҡыу йорттары, иҡтисад секторы предприятиелары базаһында уҡытыусыларҙың, шулай уҡ уҡытыу сифатын баһалау өлкәһендәге педагогтарҙың квалификацияһын күтәреүҙе лә үҙ эсенә ала.
Краснокамала, мәҫәлән, был проектта быйыл өс мәктәп ҡатнаша. 2024 йылға тиклем райондың тағы ла ошондай 13 мәғариф учреждениеһы "Үҫеш нөктәһе"нә инәсәк. Николо-Берёзовка мәктәбендә лә был проектҡа ярашлы кабинеттар асылған.
Башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн районға биш миллион һум бүленеп, һәр мәктәпкә 1,6 миллион һум тирәһе бирелә. Өҫтәп, кабинеттарҙы ремонтлауға район бюджетынан тағы 400 мең һум аҡса бүленгән. Проектҡа информатика, технология, ОБЖ һәм проект эшмәкәрлеге кабинеттары ингән. Мәктәпкә принтерҙар, конструкторҙар, елемде пистолеттар, дрелдәр, электролобзиктар, күп функциялы инструменттар, виртуаль системалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ килгән дә инде.
Был башланғыс тормошҡа ашырылған кабинеттарға заманса ремонт үткәрелгән. Мәҫәлән, проект эшмәкәрлеге кабинетында балалар конструкторҙарҙың күплегенә хайран ҡалған. Берәүҙәр виртуаль шлемдарҙы кейеп ҡараһа, бәғзеләре шахмат уйнауҙы үҙ итә. Ошонда уҡ психологик таҙарыныу мөйөшө булдырылған. Информатика кабинеты иһә 3Д принтерҙар, квадрокоптерҙар менән йыһазландырылған.
Автор: Самат ҒӘЛИН.
Читайте нас: