Башҡортостан ҡыҙы Земфира Байдәүләтова “Рәсәй студенттарының вице-мисс” титулына лайыҡ булған!
"Мисс Рәсәй" Милли конкурсында ҡатнашып,Земфира Байдәүләтова Рәсәйҙең иң һылыу 20 ҡыҙы исемлегенә ингәйне.
"Һылыуҡай - 2017" республика матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе, "Bashkirian Beauty" студияһы моделе Земфира конкурс сиктәрендә ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнашып, башҡорт милли костюмын илдең иң яҡшы кейем өлгөһө тип танытҡайны.
Әле яңыраҡ Сыуашстанда “Рәсәйҙең мисс һәм мистер студенты” тип аталған бәйге үткәрелде. Был конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре хаҡында матур итеп таныштырырға, ГТО-ны тапшырғанда көс-таһыллығын күрһәтергә, шул уҡ ваҡытта ижади яҡтан һәләттәрен дә асырға тейеш булған. Бынан тыш, сара сиктәрендә “Беҙ – Рәсәй" илһөйәрлек акцияһы үткәрелгән.
Ҡыҙ жюри ағзаларын үҙенең ғаиләһе һәм ағаларынан нисек тәрбиәләнгәне хаҡында һөйләп таң ҡалдырған.
Башҡортостан ҡыҙы “Рәсәй студенттарының вице-мисс” титулына лайыҡ булған Земфира Байдәүләтованың презентацияһы иң яҡшыһы тип танылған.
Ҡыҙ – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының III курс студенты. Буласаҡ IT уҡытыусыһы “Һылыуҡай”, “Мисс Азия”, “Мисс Рәсәй” бәйгеләрендә лә еңеп сыҡҡан. Ул күп балалы ғаиләнән. Уның алты ағаһы һәм бер апаһы бар.