+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2019, 12:16

Таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә бәләкәйҙән өйрәнеү зарур

«Эко-Сити» балаларҙы тирә-йүнде таҙа тоторға өйрәтә. Бының өсөн ул мәктәптәрҙә экодәрестәр үткәрә.

Быйыл «Эко-Сити» төбәк операторы уҡыусылар өсөн экология дәрестәре ойошторҙо. Унда 1200 бала ҡатнашты.

"Таҙа илгә сәйәхәт" тип аталған проект февраль айында республиканың ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә башланғайны. Унда башлыса урта синыф уҡыусылары йәлеп ителде.

Әлеге ваҡытта төбәк операторы башланғыс синыф уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән уҡытыу проектын әҙерләй. Унда балаларҙы тирә-йүнгә иғтибарлы булырға, сүп-сар йыйырға, зарарлы ҡалдыҡтарҙы махсус контейнерҙарға ташларға кәрәклеге тураһында һөйләйәсәктәр, төрлө уйындар уйнатыла, йәнһүрәт күрһәтелә, асыҡ дәрестәр уҙғарыла. Бөтәһе 748 мәктәптә уҡытыу алып барыласаҡ.

Төбәк операторы һәр ҡалала, һәр район үҙәгендә экодәрестәр алып барырға әҙер. Тик район мәғариф бүлеге, йәмәғәт ойошмаларының был эшкә әүҙем ярҙам итеүе кәрәк. Сүп-сарҙы айырым-айырым йыйырға йөрьәт иткән мәктәптәргә "Эко-сити" махсус контейнерҙар һәм "Таҙа ил" ассоциацияһынан яңы балалар китаптар бүләк ителәсәк.
Читайте нас: