-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2019, 12:51

Йылҡысыҡҡан күле янына тиҙҙән Аҡбуҙат киләсәк!

Шүлгәнташ янындағы Йылҡысыҡҡан күле янында тиҙҙән Аҡбуҙат урын аласаҡ Суйындан ҡойолған Аҡбуҙат башҡорт халҡының эпик ҡомартҡыларына тәүге һәйкәл буласаҡ.

Бөрйән районында Йылҡысыҡҡан күле янында халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпостары геройы - Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла. Уның авторы – скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Өлфәт Ҡобағошов.
Өлфәт Ҡобағошов әйтеүенсә, Аҡбуҙаттың гипс моделе ҡойоу өсөн заводҡа ебәрелгән. Һәйкәлдең бейеклеге 5 метр, аттың бейеклеге 3 метр ярым буласаҡ. Киләсәктә данлыҡлы «Аҡбуҙат» эпосы менән бәйле Йылҡысыҡҡан күле тирәләй парк зонаһы булдырыу күҙ уңында тотола. Мәмерйәгә килгән туристар өсөн ул мауыҡтырғыс туҡталҡа булмаҡсы.
Читайте нас: