Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашып: "Беҙ Мостайҙан үрнәк алырға тейешбеҙ! Уның кеүек халҡыңа хеҙмәт итеү өлгөһөн һәр кем асылына алырға бурыслы. Байрам менән барығыҙҙы ла! Тыуған көнөң менән, Мостафа Сафа улы!" – тине.
Сарала Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй төбәктәренән әҙәбиәтселәр, ғалимдар, шағирҙар, әҙиптең ижадын яратыусылар ҡатнашты. Йыйылған бар халыҡ олуғ әҙиптең һәйкәленә сәскәләр һалды.