+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2019, 13:26

Бөгөн Мостай Кәримдең тыуған көнө!

Бөйөк башҡорт яҙыусыһы, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө бөгөн.

Бөйөк башҡорт яҙыусыһы, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө бөгөн. Бынан 100 йыл элек Мостафа Сафа улы Келәш ауылы (хәҙер Башҡортостандың Шишмә районына ҡарай) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Мостай Кәримдең беренсе эш урыны "Аманат" журналында (элекке "Пионер") булған. Беренсе шиғырҙары ла беҙҙең журналда баҫтырылды.

1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала. Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтҡас, ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941 йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китабы, 10-дан ашыу пьесаһы донъя күрә. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телгә тәржемә ителгән.

2005 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнгән.
Читайте нас: