+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2019, 12:38

Балаларға һәм ололарға аҡса иҫәпләргә өйрәтәсәктәр

26 октябрҙә Өфөлә тәүге Иҡтисади ғаилә фестивале уҙғарыласаҡ.

26 октябрҙә Өфөлә тәүге Иҡтисади ғаилә фестивале уҙғарыласаҡ.
Сара Рәсәй Федерацияһының Иҡтисад министрлығы ойошторған Бөтә Рәсәй аҡса һаҡлау аҙналығы сиктәрендә үтә һәм уның төп маҡсаты - хаыҡтың иҡтисади белемен арттырыу.
Фестивалдә балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәрҙән алып юғары уҡыу йорттары талиптарына тиклем ҡатнаша. Шулай уҡ ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр ҙә ситтә ҡалмай.
Бөтәһе ете майҙансыҡ эшләйәсәк, унда мастер-кластар, лекторийҙар, уйындар һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә. Балалар үҙҙәрен иҡтисадсы ролендә һынап ҡарай ала.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн заявканы http://финфест.рф/ufa һылтанмаһы аша ебәрергә була.
Читайте нас: