+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2019, 11:07

Владимир Путин Мостай Кәримдең юбилейы менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин республика халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейы менән ҡотланы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин республика халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейы менән ҡотланы.


Уны әҙиптең 100 йыллығына арнап "Торатау" конгресс-холында ойошторолған тантаналы сарала сәхнәнән Рәсәй Президентының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе, Лев Толстойҙың бүләһе Владимир Толстой уҡып ишеттерҙе. Ҡотлау хатында "Мостай Кәрим – башҡорт ерендә тыуған мәшһүр шағир, йәмәғәт эшмәкәре, шәхес!" тигән юлдар бар.


Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Ильяс Магомед-Саламович Умаханов үҙ сығышында башҡорт шағиры әҫәрҙәренең бөгөн дә барыһын илһамландырыуы хаҡында әйтте һәм Федерация Советы рәйесе Валентина Матвеенконың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.


Ҡаҙағстандың дәүләт секретары Крымбек Кушербаев әҙиптең әҫәрҙәре бөгөн ҡаҙаҡ теленә яңынан тәржемә ителеүен әйтте һәм Ҡаҙағстан Президенты Ҡ. Туҡаевтың ҡотлауын уҡыны.


Аҙаҡ "Торатау"ға йыйылған халыҡ "Мостай" документаль фильмын ҡараны.


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Читайте нас: