"Балаларға камера тотторҙолар" медиафестиваль-тренингы көҙгө каникул осоронда 29-31 октябрҙә Өфөлә уҙғарыла. Унда Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша. Улар тәңкә ташлау менән генә сикләнеп ҡалмай, үҙҙәрен стендапсы, йәш журналист булараҡ та һынап ҡарай ала. Өс көн дауамында баш ҡала радиоларында тапшырыуҙарҙы тик балалар ғына алып барасаҡ! Өфө тураһында фильм төшөрөү, блогтар алып барыу, фоторепортаждар - былар барыһы ла йәш журналистар тарафынан эшләнеләсәк һәм иң ҡыҙығы - уларҙы бөтә Рәсәй күрәсәк.