+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 12:04

Төпкөл ауылдарға интернет килә!

Милли проектты нисек ғәмәлгә ашырылыуы тураһында һөйләнеләр.

Мәғлүм булыуынса, тотош Рәсәйҙә Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу әүҙем бара. Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин республикала милли проекттың нисек ғәмәлгә ашырылыуы тураһында һөйләне.


– “Һанлы иҡтисад” федераль программаһы алты проектты үҙ эсенә ала, шуларҙың бишеһен Башҡортостанда тормошҡа ашырабыҙ. Шуларҙың иң мөһиме, минеңсә, “Мәғлүмәти инфраструктура”. Ул республикалағы халыҡтың күпселегенә кәрәҙле һәм интернет элемтәне файҙаланыу мөмкинлеген биреүҙе күҙ уңында тота. Әһәмиәте буйынса икенсе проект – “Һанлы идара” – граждандарыбыҙ өсөн дәүләт хеҙмәттәре алыуҙы ябайлаштырыу. Дөйөм алғанда, бурыс – кеше менән власть араһындағы бәйләнеште еңелләштереү, барыһын да аңлайышлы итеү, ябайлаштырыу, – тине Геннадий Разумикин. – Инфраструктура хәүефһеҙ булырға тейеш. бының өсөн “мәғлүмәти хәүефһеҙлек” проекты бар. Ул үҙ сиратында, технологиялар менән тулыландырылырға тейеш. Ә был иһә “Һанлы технологиялар” тигән икенсе проект нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн беҙгә кадрҙар кәрәк, шуға күрә “һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” проекты ғәмәлгә индерелгән.


Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, һәр проекттың аныҡ күрһәткестәре бар. Мәҫәлән, 2021 йылға тиклем барлыҡ социаль әһәмиәтле объекттар интернетҡа тоташырға тейеш.

Башҡортостан – ярайһы уҡ үҙенсәлекле төбәк, беҙҙә халыҡтың 40 проценты тиерлек ауыл ерендә йәшәй. Ҡағиҙә булараҡ, ауылдар ҡалаларҙан алыҫ урынлашҡан, – тип һүҙен дауам итте Геннадий разумикин. – Шуға ла эш ҡатмарлаша төшә, аҡса ла байтаҡ кәрәк. Башҡортостан – социаль әһәмиәтле объекттар иң күп булған төбәк, беҙҙә ФАП-тар ғына ике меңдән ашыу, ә бындай объекттар йәмғеһе 4,5 мең. Селтәргә тоташтырып, уларға интернетты файҙаланыу мөмкинлеген биреп кенә ҡалмайбыҙ, уның инфраструктураһын булмаған төбәктәргә үткәрәбеҙ.



Автор: Лилиә Дәүләтбәкова.


Читайте нас: