+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 12:01

Владимир Путиндың визиткаһын ике миллион һумға баһалағандар

Санкт-Петербургта йәшәгән бер ир интернеттағы һатыу сервисына ғәҙәти булмаған тауар һалған.

Санкт-Петербургта йәшәгән бер ир интернеттағы һатыу сервисына ғәҙәти булмаған тауар һалған. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың комитет рәйесе булғанындағы визиткаһын тәҡдим итә.


Ҡағыҙ киҫәгенең ҡайһы бер урындары ҡара буяу менән ҡапланған. Ир әйтеүенсә, заманында визитканы Владимир Владимирович уның атаһына биргән булған. Сувенир ғаиләлә 20 йыл дауамында һаҡланған.


Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта интернетта Путиндың ҡултамғаһы булған документтарҙы осһоҙораҡ хаҡҡа табырға мөмкин.
Читайте нас: