Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2019, 14:02

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияны кем алыр?

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр асыҡланды.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр асыҡланды. Улар: Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова (“Тылсымлы ҡәләм: әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, йомаҡтар” китабы), Шәүрә Рәшит ҡыҙы Шәкүрова (“Һүҙҙәремде ел осороп алып китһен: романдар, повестар, хикәйәләр” китабы), Альберт Альфрит улы Имаметдинов , Әнисә Хәсән ҡыҙы Томаншина, Урал Мирас улы Иҙелбаевтан торған авторҙар коллективы ( Павел Бажовтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Алтынсәс” спектакле (инсценировканың авторы М. Супонин). Комиссия ошо әҫәрҙәр буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыуҙы һорап, ойошмаларға, уҡыу йорттарына, ижади йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итә. Баһаларҙы 2019 йылдың 15 ноябренә тиклем ебәреү шарт. Адресы: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, 313-сө бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-80-96

Фото: bash.news
Читайте нас в