-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 19:40

"Алтын ҡурай"ҙың бер тажы - "Тамыр"ҙа!

Баш ҡалала журналистар араһында уҙғарылған “Алтын ҡурай” халыҡ-ара фестивале еңеүселәрен билдәләнеләр.Байрам тантанаһы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте.

Баш ҡалала журналистар араһында уҙғарылған “Алтын ҡурай” халыҡ-ара фестивале еңеүселәрен билдәләнеләр.

Байрам тантанаһы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте.
Конкурста Төркиә, Канада, Чехия, Ҡытайҙан, Краснояр, Алтай крайҙарынан, Әзербайжан, Дағстан,Татарстан, Яҡут, Дағстан, Мордва, Хакасия республикаларынан, Свердловск, Брянск өлкәләренән журналистар ҡатнашты. Уларҙың эштәрен Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев баһаланы.


"Алтын ҡурай" фестивалендә ете номинация ҡаралғайны (хас та ҡурайҙың ете тажы!) Уларҙың барыһы ла Мостай Кәримдең шиғыр юлдары менән исемләнгән: “Еремдән уңдым”, “Һоҡландым мин даһиҙарға, даһиҙан көнләшмәнем”, “Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма”, “Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың”, “Осраҡлы ҡунаҡ түгел мин был ерҙә...”, “Рус түгелмен, ләкин россиян мин”.


"Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма..." номинацияһында мәҙәниәт, фән һәм спорт өлкәләрендә уңыш ҡаҙанған йәш таланттар тураһында эштәр ҡатнашҡайны. "Тамыр" ббалалар һәм үҫмерҙәр телеканалына был номинацияла етеүсе булманы! "Сәңгелдәк" программаһы жюри ағзаларын әсир итте. 27 йыл буйы кескәйҙәр күңеленә изгелек орлоғо сәсеүсе тапшырыу ысынлап та еңеүгә лайыҡ ине шул.

Еңеүселәрҙе - "Сәңгелдәк"тең режиссеры Агөл Малбаеваны, мөхәррире Зөлфиә Даянованы һәм актерҙар - Искәндәр менән Гүзәлде Владимир Соловьев тәбрикләне һәм бүләк тапшырҙы.

-
Читайте нас в